Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Ғинуар 2018, 10:23

Республикала Ford Ranger менән МАЗ йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәләк булған

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Уҙған дүшәмбелә, 8 ғинуарҙа, трассала үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Дүртөйлө-Борай автомобиль юлының 55-се саҡрымында Ford Ranger менән МАЗ йөк машинаһы бәрелеште, рулдә Октябрскийҙан 40 йәшлек ир ултырған.
Республика ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, бәрелеш һөҙөмтәһендә Пермь крайынан 59 йәшлек еңел автомобиль водителе урында һәләк булған.
Тәүлек эсендә Башҡортостан биләмәһендә 15 авария теркәлгән, унда бер кеше йән биргән һәм 20-һе зыян күргән. Юл полицейскийҙары 2800-ҙән ашыу административ хоҡуҡ боҙоу протоколдары төҙөгән һәм 56 иҫерек водителде тотҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1101064-v-bashkirii-pri-stolknovenii-ford-ranger-i-gruzovika-maz-pogib-voditel-legkovushki-/
Читайте нас: