Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
28 Декабрь 2017, 10:52

Республикала Полина Иванованы эҙләү тамамланды, уҡыусы һәләк булған

«Балаларҙы эҙләү-Өфө» төбәк йәмәғәт ойошмаһы төркөмө, Vk
«Балаларҙы эҙләү-Өфө» төбәк йәмәғәт ойошмаһы төркөмө, Vk
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы ауылында 8 класс уҡыусыһы Полина Иванованы эҙләү тамамланды. Республика Тәфтиш комитеты мәғлүмәте буйынса, уҡыусының ғүмере өҙөлгән. Ҡыҙҙың һәләк булыу шарттары аныҡланмай.
«Уҡыусы үлгән. Республиканың Тәфтиш комитеты транспортта тәфтиш идаралығы менән берлектә баланың үлем сәбәптәрен тикшерә башланы», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Тәфтиш комитеты етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.
Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, Өфөләге тимер юлдарында уҡыусының кәүҙәһе табылған.
27 декабрҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Балаларҙы эҙләү-Өфө» төркөмөндә 14 йәшлек Полина Иванованың юғалыуы хаҡында хәбәр баҫылғайны. Ҡыҙҙың ата-әсәһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте. Һуңғы тапҡыр уны кисә көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә күргәндәр.
«Башинформ» агентлығы ҡыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
http://www.bashinform.ru/news/1099093-v-bashkirii-prekrashcheny-poiski-poliny-ivanovoy-shkolnitsa-pogibla/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm
Читайте нас: