11:10 (UTC+5), 28 Декабря 2017

Башҡортостанда 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың үлем сәбәбе билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Тәфтишселәр республиканың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан 14 йәшлек Полина Иванованың үлем сәбәбен асыҡланы. Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығы мәғлүмәте буйынса, уҡыусы поезд аҫтында ҡалған. Әлеге мәлдә ошо осраҡ буйынса тикшереү алып барыла.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 декабрҙә төнгө сәғәт 3-тәр тирәһендә 3702-се йөк поезы машинисы тимер юлында бәлиғ булмаған ҡыҙҙың йәнһеҙ кәүҙәһен табып ала.
Әлеге ваҡытта уҡыусыны үлемесле йәрәхәтләгән составты асыҡлайҙар.
«Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләне. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү саралары алып барыла», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Тәфтишселәр тимер юлы етәкселегенә поездар хәрәкәт иткәндә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү һәм хәрәкәттәге составтарҙы видеорегистраторҙар менән йыһазландырыу тураһында тәҡдим әҙерләй.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
27 декабрҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Балаларҙы эҙләү-Өфө» төркөмөндә 14 йәшлек Полина Иванованың юғалыуы хаҡында хәбәр баҫылғайны. Ҡыҙҙың ата-әсәһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итте. Һуңғы тапҡыр уны кисә көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә күргәндәр.
«Башинформ» агентлығы ҡыҙҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
http://www.bashinform.ru/news/1099308-stala-izvestna-prichina-smerti-14-letney-shkolnitsy-v-bashkirii/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика