Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
27 Декабрь 2017, 16:34
Башҡортостанда бер аҙна элек юғалған Рәзилә Бәхтиәрова үле килеш табылған
социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Салауатта йәшәгән Рәзилә Бәхтиәрова 21 декабрҙән бәйләнешкә сыҡмаған. Шулай ҙа социаль селтәрҙәрҙә ҡатынды төрлө урындарҙа күреүҙәре хаҡында хәбәрҙәр баҫылып торҙо. 25 декабрҙә эҙләү төркөмө ирекмәндәре ҡаланы һәм урман зонаһын тикшереп сыҡты, ләкин эҙләүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне.
Бөгөн, 27 декабрҙә, ҡайғылы хәбәр килде. Рәзилә Бәхтиәрованы үле килеш тапҡандар. Яҡындары хәбәр итеүенсә, ҡатынды машина бәрҙергән. Шунан һуң уның кәүҙәһен моргка оҙатҡандар һәм ул әлеге көнгә тиклем шунда ятҡан.
Билдәле булыуынса, һәләк булған ҡатындың өс балаһы ҡалған.
http://www.bashinform.ru/news/1098896-propavshuyu-nedelyu-nazad-v-bashkirii-razilyu-bakhtiyarovu-nashli-mertvoy/
Теги:
юғалған кешеләрҙе эҙләү
Читайте нас: