13:04 (UTC+5), 26 Декабря 2017

Төбәктә 13 йәшлек малай әсәһен үлемдән ҡотҡарған

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Бер-береһен эскелектә ғәйепләү саҡ фажиғәгә алып килмәне. 24 декабрҙә Дәүләкән районындағы йорттарҙың береһендә 56 йәшлек ир үҙенең 42 йәшлек өйҙәш ҡатынына ике тапҡыр сәнсә. Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13 йәшлек малайҙың ҡыҫылыуы ғына әсә кешене үлемдән йолоп алып ҡала.
«Үҫмер атаһын этеп ебәрә һәм әсәһе өйҙән йүгереп сығып, ашығыс ярҙам машинаһын саҡырып өлгөрә. Зыян күреүсе дауаханаға оҙатыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ғаиләлә ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡулланып ғауға ҡуптарыу йыш булған. 13 һәм 15 декабрҙә енәйәтсе үҙенең өйҙәшенә үлтереү менән янаған, ә 42 йәшлек ҡатын бынан алда өйҙәшен бысаҡ менән яралаған өсөн хөкөм ителгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
«Кеше ғүмеренә ҡул һуҙыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыуҙы һорағандар, бәлиғ булмаған малайҙы иһә социаль приютҡа оҙатҡандар.
http://www.bashinform.ru/news/1098355-v-bashkirii-13-letniy-malchik-zakryl-mat-ot-ottsa-kotoryy-pytalsya-ee-zarezat-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика