16:55 (UTC+5), 19 Декабрь 2017

Республикала бер ҡатын табиптың үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында бармаҡһыҙ ҡалған

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2016 йылдың июнендә Бөрө үҙәк район дауаханаһына балыҡтың йөҙгөсө менән бармағын йәрәхәтләгән ҡатын мөрәжәғәт итә. Яраға инфекция ингән булған. Табип уның яраһына зарланыуына иғтибар итмәй һәм рентген һүрәтендә һөйәк-йәрәхәт патологияһы асыҡланмаһа ла, гипс һалып ҡайтара, тип хәбәр итә Бәләбәй ҡала судының матбуғат хеҙмәте.
Икенсе көндө сирле йәнә ошо дауаханалағы табиптарға мөрәжәғәт итә, ләкин медиктар уны бер нисә сәғәт үткәс кенә ҡарай, кискә ҡатынға операция яһайҙар. Артабан пациент бында тағы алты операция кисерә, улар ике бармаҡты киҫеү менән тамамлана. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатынға Өфөлә дауаланырға тура килә, бында уға пластик операция эшләйҙәр.
Зыян күргән ҡатын әхлаҡи һәм матди зыянды ҡаплауҙы талап итеп, Бөрө үҙәк район дауаханаһын судҡа бирә. Дәғүәсе фекеренсә, уға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелмәй: беренсе тапҡыр медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән саҡта табип дөрөҫ диагноз ҡуймай, операцияны дөрөҫ эшләмәү һөҙөмтәһендә һул ҡулының ике бармағынан яҙа.
«Эксперт пациентҡа тейешле диагностика, дауалау һәм операцияны ваҡытында һәм дөрөҫ яһамауҙары, бының иһә дәғүәсенең һул ҡулындағы ике бармағын киҫеп алыуға килтереүе тураһында һығымта яһай», — тиелә суд белдереүендә.
Дауахана зыян күргән кеше файҙаһына — 350 мең һум, 175 мең һум штраф һәм суд сығымдарына аҡса түләргә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1094937-zhitelnitsa-bashkirii-lishilas-paltsev-ruk-iz-za-khalatnosti-vracha-/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика