14:42 (UTC+5), 13 Декабря 2017

Ҡурҡыныс енәйәтсене эҙләү: бер ир республика полицейскийын бысаҡ менән яралаған

Рәсәй Тәфтиш идаралығының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығы
Рәсәй Тәфтиш идаралығының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге транспорт өлкәһендә линия идаралығы полицейскийын бысаҡ менән яралаған енәйәтсегә ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителеү янай. Тәфтишселәр асыҡлауынса, енәйәт 12 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә Силәбе өлкәһенең Әшә станцияһында ҡылынған. Билдәһеҙ кеше тәртип һаҡсыһына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнскән һәм ҡасҡан.
«Тәфтиш-оператив төркөм төҙөлгән, уның составында идаралыҡ аппараты тәфтишселәре һәм криминалистары, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Әле тейешле тәфтиш-оператив саралар уҙғарыла, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана, ғәйепле кешене эҙләйҙәр», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш идаралығының Волга буйындағы транспорт өлкәһендә тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Енәйәтсенең билдәләре: 30-35 йәштәрҙә, буйы 165-170 сантиметр, ҡуңыр йөҙлө, һаҡал-мыйығы ҡырылған, ҡара ҡашлы, ҡара (һоро) күҙле, тура танаулы, һоро төҫтәге күн куртка, джинсы салбар, бәйләнгән башлыҡ кейгән.
Ғәйеплене күргән һәм уның ҡайҙалығын белгән кешеләрҙе 8-987-624-80-65, (347) 273-90-77 телефоны буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар. Анонимлыҡ һаҡлана.
http://www.bashinform.ru/news/1092220-rozysk-opasnogo-prestupnika-muzhchina-porezal-politseyskogo-iz-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика