08:07 (UTC+5), 07 Декабря 2017

Республикала 9 йәшлек малай петарда шартлатҡанда күҙен йәрәхәтләгән

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Асҡын ауылында байрам фажиғә менән тамамланды. 6 декабрҙә 9 йәшлек малай ата-әсәһе менән бергә тышҡа петарда ҡабыҙырға сыҡҡан. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фейерверктарҙың береһе уҡыусының ҡулында шартлаған.
«Бала ауыр йәрәхәтләнгән, урындағы дауаханаға оҙатылған, һуңынан Өфөгә махсус дауалау учреждениеһына күсерелгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Тәфтиш комитетында.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына тәфтиш-оператив төркөм килде, ул бер нисә экспертиза тәғәйенләне. Шунан һуң процессуаль ҡарар ҡабул итеү ҡаралған.
Әле малайҙың хәле тураһында мәғлүмәт асыҡлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика