11:14 (UTC+5), 05 Декабря 2017

Киң мәғлүмәт саралары: Өфөлә террорсылар төркөмө пассажирҙар ултырған автобусты шартлатырға йыйынған

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә террорсылар төркөмө пассажирҙар ултырған автобусты шартлатырға йыйынған. Был хаҡта РБК-Өфө Волга буйы округ хәрби суды ҡарарына һылтанып хәбәр итә. Баҫманың Федераль именлек хеҙмәтендәге сығанаҡтары раҫлауынса, урындағы киң мәғлүмәт сараларында таралған ошо мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килә. Енәйәтселәрҙе йыл ярым элек тоттолар, ләкин махсус хеҙмәттәр уларҙың яман уйҙары хаҡында хәбәр итмәне.
Билдәле булыуынса, енәйәтселәр өсәү булған: Өфөнән 35 йәшлек ир, Өфө районынан 63 йәшлек пенсионер ҡатын һәм Һамарҙан бер кеше, уның йәше тураһында хәбәр ителмәй. Баш ҡалала йәшәгән ир-егет баҡсалағы йортонда шартлатыу ҡулайламаһын әҙерләү менән шөғөлләнгән — эҙләгән саҡта ҡулайламаларҙың береһен урында юҡ итергә тура килде. Оло йәштәге ҡатын «террорсыларҙың бағыусыһы булған, төркөмгә яңы ҡатнашыусылар йәлеп иткән һәм ойоштороу эше менән шөғөлләнгән». Һамар кешеһенән боеприпастар һәм автомат тартып алынған.
Хөкөм ителеүселәр бәлиғ булмағандарҙы енәйәт эштәренә йәлеп итеүҙә лә ғәйепләнде. 1 декабрҙә суд ирҙәрҙе «Рөхсәтһеҙ шартлатҡыс матдәләрҙе йәки шартлатыу ҡулайламаларын һатып алыу, һаҡлау, һатыу», «Рөхсәтһеҙ ҡорал һатып алыу», «Алдан килешеү буйынса төркөм тарафынан ҡылынған террор акты» статьялары буйынса 16 һәм 13 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатты. Ҡатын терактты ойоштороуҙа әҙерлек һәм «киң мәғлүмәт сараларын йәки интернет селтәрен файҙаланып, террор ғәмәлен тормошҡа ашырыуға саҡырған» өсөн 10 йылға иркенән мәхрүм ителде.
Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, эштең 29 сентябрҙә судҡа ебәрелеүе, уның буйынса 20 ултырыш үткәреүҙәре билдәле.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика