09:11 (UTC+5), 01 Декабрь 2017

Республикала үҫмерҙәр йәнлектәрҙе зәғифләй һәм тереләй яндыра

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Благовещенда урындағы халыҡ саң ҡаға. Ҡалала 12-15 йәшлек үҫмерҙәр, осраҡлы үтеп барған кешеләрҙән йәшенмәйенсә, яҡлауһыҙ йәнлектәрҙе мыҫҡыл итә. Бер ҡатын Башҡортостан юлдаш телеканалына үҫмерҙәрҙең бесәйҙе тереләй яндырыуҙары хаҡында һөйләне.
Ҡалала ошоға оҡшаш күренештәрҙең артыуы билдәләнә. Кешеләр йыш ҡына күҙҙәре соҡоп алынған, яндырылған, ҡырҡылған йәнлектәргә тап була. Үҫмерҙәр бер нәмәнән дә ҡурҡмай, сөнки бер ниндәй ҙә яза булмаясағын белә.
Психологтар иҫәпләүенсә, был ата-әсәләрҙең иғтибары етмәүгә йәки ғаиләлә көс ҡулланыуға бәйле. Баланың шундай ғәҙәте барлығын һиҙеү менән саң һуғырға кәрәк.
«Изге эш» фонды әүҙемселәре ошондай йәнлектәрҙе иғәнәләр һәм үҙ иҫәбенә дауалай. Бәләкәй садистарҙы хайуандарҙы яҡлаусылар яҡшы белә, хәҙер иһә уларҙың исемдәрен һәм уҡыған урындарын белергә теләй. Уларҙы иҫәпкә ҡуйыу талабы менән коллектив ғариза яҙырға ниәтләйҙәр. Закон буйынса, ата-әсәләр балаларының ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тейеш.
22 ноябрҙә тәүге уҡыуҙа ҡабул ителгән хайуандарға ҡарата көс ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһында закон проекты бик ваҡытлы һәм мөһим. Журналистар менән осрашыуҙа уны әҙерләүселәрҙең береһе — Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы Зариф Байғусҡаров һуңғы ваҡытта кешеләрҙең йыш ҡына йәнлектәргә ҡарата көс ҡулланыуҙарын билдәләне. Ошондай видеоҙмалар интернетҡа һалына — быларҙың барыһын да балалар күрә, уларҙың нығынып етмәгән психикаһы боҙола.
«Улай булырға тейеш түгел, бының өсөн кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк. Беҙ күп тигәндә биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе ҡарайбыҙ», — тип белдерҙе Дәүләт Думаһы депутаты.
Эйәһеҙ йәнлектәрҙе үҙҙәренә алырға теләгәндәргә «Бәйләнештә» селтәрендәге берләшмәгә мөрәжәғәт итеү зарур.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика