10:27 (UTC+5), 01 Декабря 2017

Өфөлә ҡатынына ҡиммәтле сит ил машинаһы бүләк иткән полицейский эшенән бушатылды

РЕН ТВ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының шәхси именлек бүлеге ведомствоның Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығының бүлек етәксеһенә ҡарата тикшереүҙе тамамланы. Башҡортостан буйынса эске эштәр министры полиция генерал-майоры Роман Деев хеҙмәткәрҙе эске эштәр органдарынан бушатырға хәл итте.
«Тикшереү барышында әлеге хеҙмәткәрҙең эше хаҡында мәғлүмәттәр, уның ғәмәлдәге ҡануниәтте һәм хеҙмәт дисциплинаһын үтәү-үтәмәүе ентекле өйрәнелде, — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. — Тикшереү мәғлүмәттәре тәфтиш органдарына тапшырылды».
Республика Эске эштәр министрлығының шәхси хәүефһеҙлек хеҙмәте материалдары буйынса Тәфтиш комитеты «вазифа вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған өсөн» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатырға хәл итте».
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юғарыла әйтеп үтелгән статья буйынса енәйәт эшен тикшереү барышында Стәрлетамаҡта 29 йәшлек егетте туҡмауҙа ғәйепләнгән 47 йәшлек полиция хеҙмәткәре ҡулға алынған. Ҡулға алыныусы Эске эштәр министрлығы идаралығындағы тап ошо бүлек етәксеһеме, юҡмы икәнлеге әйтелмәй.
«Әлеге ваҡытта енәйәттең хәл-шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эштәре һәм оператив-эҙләү саралары алып барыла. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика