Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
+0.06
98.78
-0.12
83.96
+0.69
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Ноябрь 2017, 14:20

Өфөлә юғары вазифа биләгән полицейский республиканың өс ведомствоһына һорау алыуға йөрөй

РЕН ТВ
РЕН ТВ
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә юғары вазифа биләгән полицейскийға республиканың өс ведомствоһына — прокуратураға, Тәфтиш идаралығына һәм Эске эштәр министрлығына һорау алыуға йөрөргә тура килә. Эш шунда: бөтә илгә билдәле булған резонанслы видеояҙманан һуң иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығының бүлек начальнигына ҡарата тикшереү алып барыла. Унда коррупцияға ҡаршы көрәшеүсе тормош иптәшенә ҡиммәтле «Мерседес» бүләк итә. Интернеттағы популяр видео менән Эске эштәр министрлығы ҡыҙыҡһына башлағас, элиталы сит ил машинаһы эйәһе федераль телеканалға автомобилде трейд-ин системаһы буйынса үҙе һатып алыуы тураһында белдерҙе. Ҡатын әйтеүенсә, видеояҙма ғаилә архивы өсөн төшөрөлгән, һәм кемдер уны мобиль телефондан урлап, селтәргә һалған.
«Интернет селтәренә һалынған видеороликтағы мәғлүмәткә ярашлы, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығының бүлек етәксеһенә ҡарата полиция хеҙмәткәре сығымының уның килеменә тап килеү-килмәүе буйынса прокурор тикшереүе ойошторолған. Ҡануниәт боҙоу факттары асыҡланған осраҡта тейешле саралар күреү ҡаралған», — тине Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Мәсәғүтова.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мәғлүмәте буйынса, юғары вазифа биләгән полицейский Игорь Воробьев Тәфтиш комитетында ла аңлатма бирергә тейеш. Унда Стәрлетамаҡтағы йәшерен казинола полиция операцияһы барышында вәкәләттәрҙе арттырыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Телеканалдың операцияны тап Воробьев уҙғарған тип уйлауына нигеҙ бар.
Тәртип һаҡсыһының ҡатыны ла ҡыйбатлы бүләк хаҡында һөйләү өсөн прокуратураға саҡырылған. Ул журналистар менән аралашманы.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: коррупцияға ҡаршы көрәшеүсенең коллегаһына ҡарата ла прокурор тикшереүе үткәрелгән. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, суд прокуратураның Эске эштәр министрлығының элекке хеҙмәткәренең мөлкәтен дәүләт файҙаһына тартып алыу тураһында дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Сығымдарын йәшергән өсөн ул ышанысты юғалтыу менән бәйле эске эштәр органдарындағы вазифаһынан бушатылды.
Төбәктең иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығындағы бүлек начальнигы урынбаҫары 2013-2015 йылдарҙа ҡатыны менән бергә өс фатир, йорт, өс ер участкаһы, Toyota Highlander, Lexus ES 250 автомобилдәре һатып алған, майҙаны 200 квадрат метрлыҡ коттедж төҙөгән. Шуның менән бергә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ғаиләнең йыллыҡ килеме 1,5 миллион һум самаһы булған.
Читайте нас: