11:56 (UTC+5), 28 Ноября 2017

Киң мәғлүмәт саралары: Башҡортостанда тәртип һаҡсыһының ҡатыны бүләк ителгән автомобилгә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе

РЕН ТВ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда полиция интернетҡа һалынған видеояҙма буйынса тикшереү алып бара. Унда тәртип һаҡсыһы хәләл ефетенә элиталы сит ил машинаһын бүләк итә. Алдан хәбәр ителгәнсә, төбәктең Эске эштәр министрлығы видеояҙмала, ысынлап та, ведомство хеҙмәткәре икәнлеген раҫланы.
РЕН ТВ телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, коррупцияға ҡаршы көрәшеүсе ҡатынына ҡиммәтле «Мерседес» бүләк иткән. Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығындағы бүлек етәксеһенең тормош иптәше әйтеүенсә, видеояҙманы уның телефонынан урлағандар, һәм ул бер кемгә лә уны интернетҡа һалырға рөхсәт бирмәгән. Бынан тыш, тәртип һаҡсыһының ҡатыны һүҙҙәренсә, ғаилә күпмелер аҡса йыйған.
«Беҙ ни өсөн шулай килеп сығыуын аңлата алабыҙ. Иремдең бизнесы юҡ, сөнки ул чиновник, рәсми кеше. Мин — адвокат, гонорарҙарым, йыйған аҡсам бар,— тип асыҡлыҡ индерҙе ул телеканалға. — Машинам трейд-инға тапшырылған. Ошо автомобилде үҙем һатып алдым. Был ғаилә видеоһы — дуҫтар, телеканалдар өсөн түгел».
Әлеге осраҡ буйынса күҙәтеү ведомствоһы тикшереү ойошторған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика