12:10 (UTC+5), 22 Ноябрь 2017

Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты Юграла балаларҙың үлеме тураһында эштә Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләй

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ханты-Манси автономиялы округындағы юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында енәйәт эшендә Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләйҙәр. Ошо хаҡта Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Суд Ханты-Манси автономиялы округындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында эште ҡарай башланы. Фажиғәлә 10 баланың ғүмере өҙөлдө.
«Енәйәт эшен тикшереү барышында Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре: бүлек етәксеһе Н. М. Дергунов һәм инспектор Н. А. Степанова эштәренә һалҡын ҡарауҙа ғәйепләнде. Улар ЮХХДИ-ның федераль мәғлүмәт системаһына Раил Сәйетхановтың (йөк машинаһы водителе) водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүе хаҡында мәғлүмәттәр индермәгән. Әлеге ваҡытта Степанова вазифаһынан ситләтелгән, Дергунов эшенән бушатылған. Бынан тыш, бөгөн Ханты-Манси автономиялы округында Нефтеюганск хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған Александр Комарницкийҙы тотҡандар», — тип хәбәр ителә ведомствоның сайтында.
Төбәктә ведомствоның үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре эшләй. Александр Бастрыкин да һәләк булған балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыу өсөн төбәккә юлланырға әҙер.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдың 4 декабрендә «Сибиряк» олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең 33 тәрбиәләнеүсеһе һәм тренерҙар Ханты-Мансиҙан Нефтеюганскиға юлға сыға. Төмән — Тобольск — Ханты-Манси юлының 926-сы саҡрымында автобус ҡаршыға килгән йөк машинаһы менән бәрелешә (рулдә Сәйетханов ултырған). Һуңынан автобус ҡаршы һыҙатҡа сығып, тағы бер йөк автомобиленә бәрелә. Автобустағы 12 пассажир, шул иҫәптән 10 бала һәләк була, ә 19 кеше, шул иҫәптән 16 бала йәрәхәтләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика