12:00 (UTC+5), 16 Ноябрь 2017

Өфөлә табип пациентты рөхсәтһеҙ стерилләүҙә ғәйепләнә

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә табип закон боҙоуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Тәфтишселәр фаразы буйынса, 13-сө ҡала клиник дауаханаһы гинекология бүлегенең 57 йәшлек мөдире пациенттың һаулығына ҙур зыян килтергән. Ул Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙы тәбиғи юл менән бала таба алыу мөмкинлегенән мәхрүм иткән.
Ғәйепләнеүсенең коллегалары операция хаҡында ғәҙәти процедура тип һөйләй. Уны медицина күрһәтмәһе, мәҫәлән, пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн йәки кешенең үҙенең теләге буйынса яһайҙар. Ләкин әлеге осраҡта зыян күргән ҡыҙҙың бындай теләге булмаған — ҡағыҙҙа опекундың ҡултамғаһы тора. Бүлек мөдире стерилләү үткәреү өсөн был етә тип уйлаған.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, ҡануниәткә ярашлы, эшкә һәләтһеҙҙәргә бындай операция суд ҡарары буйынса ғына эшләнә. Суд документы булмауға ҡарамаҫтан, бүлек мөдире хирургка стерилләргә ҡуша һәм үҙе лә табипҡа ярҙам итә.
«Операция һөҙөмтәһендә ҡыҙҙың һаулығына ҙур зыян килтерелгән, орган функцияһын юғалтҡан. Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙенең ғәйебен таныманы», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Дауахананың баш табибы хеҙмәткәрҙе юридик хатаға юл ҡуйған квалификациялы белгес, ти. Суд пациентты эшкә һәләтһеҙ тип таныған. Уны опекуны стерилләргә ҡарар иткән, йәнәһе лә ул ҡарауҙағы кешенең киләсәге хаҡында хәстәрлек күргән. Республиканың баш акушер-гинекологы Индира Сәхәүетдинова һүҙҙәренсә, пациенттың диагнозы үҙенсәлекле, опекундың ниәте шуның менән аңлатыла.
Әле енәйәт эше ентекләп тикшереү өсөн Калинин районы судына йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика