Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84.84
+1.71
96.92
+2.25
62.51
+0.52
3+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
15 Ноябрь 2017, 16:50

Баш ҡалала педофил 10 йәшлек балаға һөжүм иткән

автор
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә билдәһеҙ ир уҡыусыға һөжүм иткән. Бала енәйәтсе ҡулынан ысҡынған, уның ата-әсәһе полицияға ғариза яҙған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә «Башинформ» агентлығына мәғлүмәтте раҫланылар.
«13 ноябрҙә Совет районының полиция бүлегенә 10 йәшлек малайҙың ата-әсәһенән ғариза килде. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ошо осраҡты тикшерә һәм сәбәптәрен асыҡлай», — тип аңлатма бирҙе ведомство вәкиле.
Читайте нас