11:43 (UTC+5), 01 Ноября 2017

Республикала тәфтишселәр антисанитария шарттарында эшләгән мәктәп менән ҡыҙыҡһына

Фото: Дураки на дороге, ДТП и ЧП | Туймазы Октябрьский/ Рәмил Ғүмәров
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда, Түбәнге Троицк ауылында, уҡыусылар емерелеп барған бинала белем ала. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, мәктәп уҙған быуаттың уртаһында һалынған — унда бер тапҡыр ҙа тулыһынса ремонт яһалмаған.
Райондың мәғариф бүлегендә әгәр мәктәпте авариялы тип таныһалар, 400 баланы уҡытыу өсөн урын булмаҫын аңлайҙар, сөнки яҡындағы белем усағы ауылдан 20 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, унда ла уҡыусылар ике сменала уҡый.
Республиканың Тәфтиш комитеты киң мәғлүмәт сараларын тикшерҙе һәм социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙең береһендә ошо мәктәп тураһында хәбәр баҫылғанын асыҡланы. Унда ремонт эштәре башҡарылһа ла, ямғыр яуғанда уҡыу йортоноң ҡыйығынан һыу үтеүе билдәләнә. Балалар вазифалы кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында антисанитария шарттарында белем ала. Хәбәргә фотоһүрәттәр ҙә ҡуйылған.
Төбәк тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты ошо осраҡ буйынса тикшереү ойоштороуын хәбәр иттеләр. Тәфтишселәр капиталь ремонт буйынса хеҙмәттәрҙең ни тиклем сифатлы башҡарылыуын, антисанитария шарттарының килеп тыуыуына кемдәрҙең ҡатнашы булыуын асыҡлаясаҡ. Һуңынан тейешле процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика