05:55 (UTC+5), 26 Октября 2017

Башҡортостанда ир менән ҡатын йөк поезы аҫтында ҡалған – видео

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда ир менән ҡатын йөк поезы аҫтында ҡалған. Фажиғә 24 октябрҙә иртән Стәрлетамаҡта «Фабри сауҙа үҙәге» һәм «Көнкүреш йорто» туҡталыштары араһында тимер юлда теркәлгән, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ телевидениеһы.
«Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ҡатын ошо участканы сығып еткән була. Ирҙең эпилепсия өйәнәге башланғас, ҡатын уны тимер юлы аша алып сығырға тырыша. Ошо мәлдә улар йөк поезы аҫтында ҡала», — тип хәбәр итә Стәрлетамаҡта транспорт прокуроры урынбаҫары Илья Шәрәфетдинов.
Машинист быға юл ҡуймаҫ өсөн поезды туҡтатырға тырышһа ла, фажиғәне кисектереп булмай. Ир менән ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән урында һәләк була.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары осраҡ буйынса тикшереү үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика