12:56 (UTC+5), 19 Октября 2017

Башҡортостанда лицей директорының үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында алты йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда лицей директорына хөкөм ҡарары сығарылды. Уның үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында алты йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Суд тәфтиш органдары йыйған дәлилдәрҙе Яңауылдағы лицей директорына хөкөм ҡарары сығарыу өсөн етерлек тип тапты. Ул «битарафлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.
Уҙған йылдың 22 майында көндөҙ алты йәшлек бала өлкәндәрһеҙ лицей ихатаһында йөрөгән. Һигеҙ йәшлек танышы менән ул ҡапҡа янына килеп, уны һелкетә башлаған. Ҡапҡа малайҙың өҫтөнә ауған. Быны үтеп барыусылар күреп ҡалып, баланы дауаханаға алып киткән. Һуңынан малай ауыр баш йәрәхәттәренән вафат булған.
Республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, асыҡланыуынса, 2015 йылда ҡапҡаны иретеп йәбештереү аппараты ярҙамында махсус белеме булмаған кеше нығытҡан булған. Уны ошо эшкә лицей директоры йәлеп иткән. Белем биреү учреждениеһы етәксеһе, үҙенең бурыстарын боҙоп, эштең сифатын тикшермәгән һәм конструкцияны файҙаланырға рөхсәт иткән.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсенең эшкә һалҡын ҡарауы баланың үлеменә килтергән. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы.
Суд лицей директорын дүрт йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте һәм ике йылға мәғариф учреждениеларында етәксе вазифаларын биләү хоҡуғын тартып алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика