02:50 (UTC+5), 18 Октябрь 2017

Башҡортостанда предприятие Ҡуштау шиханында эзбизташты ҡаҙған

БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ишембай ҡала суды Ҡуштау шиханында химик сәнәғәте ихтыяжы өсөн эзбизташ эҙләү һәм уны баһалау буйынса эштәр уҙғарған «Сеймал компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенә 350 мең һумға штраф һалған. Дәғүә менән Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы мөрәжәғәт иткән. Бер төркөм мөрәжәғәттәрҙән һуң тикшереү уҙғарылған, тип билдәләнеләр ведомствола. Боронғо тауҙы рөхсәтһеҙ ҡаҙғандары асыҡланған. Ҡағиҙә булараҡ, компания дәүләт органдарынан ер эштәренә рөхсәт алырға тейеш, унда тарихи-мәҙәни экспертиза мәғлүмәттәре күҙ уңынан ебәрелмәй.
Һөҙөмтәлә предприятиеға мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау тураһындағы законды боҙғаны өсөн – 200 мең һум, рөхсәтһеҙ эштәр башҡарғаны өсөн 150 мең һум күләмендә штраф һалынды.
Стәрлетамаҡ янында урынлашҡан Шахтау шиханы тулыһынса эшкәртелгән. Ҡуштау шиханы ҡиммәтле тәбиғәт биләмәһендә тора. Торатау 1965 йылдан тәбиғәт мираҫы булып һанала. Иң алыҫ ятҡан Йөрәктауҙың статусы билдәләнмәгән. Идаралыҡта аңлатма биреүҙәренсә, ҡалған өс шихан «өлөшләтә тәбиғәт мираҫы объекттары».
«Сеймал компанияһы» акционерҙар йәмғиәте – Стәрлетамаҡ заводтарын төп сеймал менән тәьмин итеүсе предприятиеларҙың береһе. Предприятиела генераль директорҙың отпускаһына һылтанып, хәлгә аңлатма биреүҙән баш тарттылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика