11:00 (UTC+5), 17 Октября 2017

Башҡортостанда прокуратура аҡса йыйыу күҙәтелгән мәктәптәрҙе атаны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда прокурорҙар ата-әсәләрҙән аҡса йыйғанда 200-ҙән ашыу закон боҙоу осрағын туҡтатты. Күҙәтеү ведомствоһы ата-әсәләрҙе матди ярҙам күрһәтергә мәжбүр иткән 186 мәктәп положениеһына протест сығарҙы. Аҡса йыйыу асыҡланған мәктәптәрҙең 30-ҙан ашыу хеҙмәткәре дисциплинар һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылды
Боҙоусылар иҫәбендә Бәләбәйҙәге башҡорт-гимназия интернаты ла бар, һуңғы ике йылда унда ярты миллион һумдан ашыу аҡса йыйғандар. Был сумманы ата-әсәләр индергән, улар суммаһы яҙылған квитанциялар алған. Прокуратура талабы буйынса законһыҙ аҡса йыйыу туҡтатылды.
Прокурор тикшереүҙәре мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең дә үтәлмәүен күрһәтте. Ведомство тәҡдиме буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһында ике мәктәп видеокүҙәтеү системалары менән йыһазландырылырға тейеш.
Прокурор тикшереүҙәренән һуң Сибай ҡалаһындағы 7-се мәктәптә хоккей майҙансығы ремонтланды. Быға тиклем уның стенаһынан ҡаҙаҡтар күренеп торған, металл ҡойманың бер өлөшө тейешенсә нығытылмаған булған, был иһә уны емерелеүенә килтереүе мөмкин.
37 мәктәп етәкселеге яңы хеҙмәткәрҙәрҙең хөкөмгә тарттырылғанмы, юҡмы икәнлеген тикшермәгән. Хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйғандары өсөн 33 директор административ яуаплылыҡҡа тарттырылған да инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика