Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Октябрь 2017, 12:56

Баш ҡалала хәбәрһеҙ юғалған Ирина Решетникованы эҙләү эштәре тамамланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Республиканың баш ҡалаһында 36 йәшлек Ирина Решетникованы эҙләү эштәре тамамланды. Ул иҫән-һау, тип хәбәр итте Иринаның туғаны. Билдәләнеүенсә, ҡатын өс көн буйына ҡала урамдары буйлап йөрөгән, уға бер кем дә иғтибар итмәгән. Ошо хәл тураһында башҡа мәғлүмәт юҡ.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 7 октябрҙә Ирина Решетникова Инорстан Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә йәшәгән ике туған апаһына юллана. Телефон аша Октябрь проспектында ҡаршы алыуын үтенә, ләкин башҡаса шылтыратыуҙарға яуап бирмәй. Туғандары шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә, шулай уҡ социаль селтәрҙәге төркөмдә өфөләрҙән эҙләү эштәрендә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап яҙа.
Теги:эҙләү
Читайте нас: