09:14 (UTC+5), 04 Октябрь 2017

Өфөлә бәлиғ булмаған ҡыҙҙарға ҡаршы боҙоҡ эштәр ҡылыуҙа ғәйепләнеүсене тотҡандар

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ошо көндәрҙә Өфөлә тәфтишселәр полицейскийҙар менән бергә 2015-2016 йылдарҙа республиканың баш ҡалаһында бәләкәй ҡыҙҙарға ҡарата боҙоҡ эштәр ҡылыуҙа ғәйепләнгән 46 йәшлек ирҙе тотҡан. Ул үҙенең йортонда ҡулға алынған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова хәбәр итте.
Ирҙең иҫәбендә туғыҙ бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡаршы дүрт енәйәт эпизоды. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны һәм тап балаларҙы аҙҙырыу маҡсатын ҡуймауын билдәләне.
Енәйәт эшен тикшереү дауам итә, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Ирҙең төбәк биләмәһендә башҡа ошоға оҡшаш енәйәттәргә ҡатнашы бармы, юҡмы икәнлеге тикшерелә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, енәйәтсегә 2016 йылдың ноябрендә эҙләү иғлан ителгәйне, ул Өфөлә аҡ төҫтәге «Рено Дастер» автомобилендә йөрөгән. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 131-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика