11:43 (UTC+5), 29 Сентября 2017

Республикала ете гимназия уҡыусыһы ағыуланып дауаханаға эләккән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернаттың ете уҡыусыһы киҫкен ағыуланыу билдәләре менән дауаханаға һалынған. 2017 йылдың 28 сентябрендә республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошо хаҡта хәбәр килде.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2017 йылдың 27 сентябрендә кискеһен Сибай гимназия-интернатынан 11-17 йәшлек 13 уҡыусы үҙҙәрен насар тойоу сәбәпле ҡала дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың етәүһенә вируслы киҫкен гастроэнтерит диагнозы ҡуйылған. Хәҙер балаларҙың сәләмәтлек торошло ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.
Әлеге ваҡытта тикшереү саралары алып барыла. Тикшереү йомғаҡтары буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итте Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.
Республика прокуратураһында билдәләүҙәренсә, белгестәр эпидемиологик, шулай уҡ бактериологик һәм вирусологик тикшереүҙәр үткәрә. Тикшереү барышында уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу һәм уларҙың белем биреү ойошмаһында хәүефһеҙ йәшәү шарттарын тәьмин итеү йәһәтенән гимназия хеҙмәткәрҙәренең эшенә баһа биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика