Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.14
-1.02
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
29 Сентябрь 2017, 10:22

Психиатрия клиникаһынан ҡасҡан пациентты Өфөнөң үҙәгендә тотҡандар

социаль селтәрҙәр
социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Психиатрия дауаханаһынан ҡасҡан пациентты Өфөнөң үҙәгендә тотҡандар. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итеүенсә, уны полиция хеҙмәткәрҙәре граждандар менән бергә тапҡан.
«Ирҙе Совет районы биләмәһендә, Үҙәк баҙар янында тотҡандар. Полиция уны психиатрия дауаханаһына тапшырасаҡ», — тине ведомство вәкиле.
Алдан хәбәр ителгәнсә, дауахананан ҡасҡан кешегә бәйле хәбәр 26 сентябрҙә социаль селтәрҙәрҙә киң таралыу алды. Билдәһеҙҙәр пациент тураһында мәғлүмәт һәм аудиояҙма тарата башланы, унда бер ҡатын пациент дауахананан ҡасҡан, ирҙең тирә-йүндәгеләргә хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы бар, тип хәбәр итә.
Читайте нас: