10:45 (UTC+5), 29 Сентября 2017

Ольга Емельянованы үлтереүсе үҙ ғәйебен таныны – туғандары

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ольга Емельянованы үлтереүсе үҙ ғәйебен таныны. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡатындың туғандары һөйләне. 22 сентябрҙә Ольга үҙенең танышына ебәргән фотола ла тап ошо кеше һүрәтләнгән. Тәфтиш органдары Ольга Емельянованың һәләк булыу сәбәптәре һәм шарттары тураһында рәсми мәғлүмәт бирҙе.
«Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә туғандары ерләүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорай. Аҡса йыйыу иғлан ителгән. Ольганың бер туғаны Татьяна әйтеүенсә, уны иртәгә Салауатта ҡала зыяратында ерләйҙәр.
Кисәнән бирле социаль селтәрҙә туғандары, таныштары, коллегалары, мәктәптең ата-әсәләр комитеты, таныш булмаған кешеләр изге күңелле кешене, матур ҡатынды һәм яратҡан әсәне юғалтыуға бәйле туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерә.
Уның иренең апаһы Вероника ярҙамдары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Ольганың ике балаһы: 10 йәшлек улы һәм 2 йәшлек ҡыҙы ҡалды. Иртәгә ҡыҙыҡайға өс йәш тула.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Салауат ҡалаһынан алыҫ булмаған урманда, хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек ике бала әсәһен эҙләгән урында, 28 сентябрь көндө кис ҡатындың кәүҙәһен таптылар. Туғандары уның Ольга Емельянова икәнлеген рәсми рәүештә раҫланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика