07:29 (UTC+5), 29 Сентября 2017

Ольга Емельянова һәләк булған: ҡот осҡос табылдыҡ тураһында хәбәр раҫланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Салауат ҡалаһынан алыҫ булмаған урманда, хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек ике бала әсәһен эҙләгән урында, Ольганың кәүҙәһен тапҡандар. Туғандары табылған кәүҙәнең Ольга Емельянованыҡы икәнлеген рәсми рәүештә раҫланы.
«Дуҫтар, эҙләүҙә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт! Беҙҙең туғаныбыҙ был донъяла юҡ инде!» — тип яҙҙы эҙләү төркөмөндә Ольганың апаһы һәм әлегә башҡа мәғлүмәт белмәүен хәбәр итте. Эҙләүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһе лә туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.
Был хәл алты көн элек башланды. Ольга көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла эшенән сыға, ләкин өйөнә ҡайтып етмәй. Ҡатын үҙенең тыуған көнөнә бер көн ҡалғас юғалды.
Һуңынан уны Салауат ҡалаһынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ергән ауылында күреүҙәре хаҡында хәбәр ителде. Артабан Ольга Емельянованың таныш булмаған ир-егеттең машинаһында китеп барған фотоһы социаль селтәргә һалынды. 28 сентябрь көнө кискеһен урманда йәш ҡыҙҙың кәүҙәһе табылыуы, уның Ольга булыу ихтималлығы тураһында хәбәр килде. Бер нисә сәғәттән ҡос осҡос хәбәр раҫланды.
Ольганың ике балаһы: 10 йәшлек улы һәм 2 йәшлек ҡыҙы ҡалды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика