11:30 (UTC+5), 28 Сентября 2017

Төбәктә хәбәрһеҙ юғалған ике бала әсәһен эҙләү эштәре Ағиҙел йылғаһына килтерҙе

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда полицейскийҙар, туғандары һәм ирекмәндәр хәбәрһеҙ юғалған 28 йәшлек Ольга Емельянованы эҙләүен дауам итә. Бынан алдараҡ Ергәндә йәшәгән бер кеше Ольганың туғандарына шылтыратып, уға оҡшаған ҡыҙҙың үтеп барған машинала күреүе тураһында хәбәр иткәйне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда полиция һәм кинологтар ҡатнашлығында эҙләү эштәре бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Төркөм бөтә ауылды һәм яҡын-тирәләге биләмәне ҡарап сыҡты, ләкин бер нәмә лә тапманы.
Иренең туғаны Вероника «Башинформ» агентлығына бөгөн кис тағы бер төркөмдөң Ағиҙел буйын тикшерәсәге тураһында һөйләне.
«Беҙ иртән үк төркөмләп бер нисә урында булдыҡ, эҙләнек. Туғандары — һорау алыуҙа. Балалары — өләсәйҙәре менән, илайҙар, әсәләрен таптыралар. Өлкәне әсәһенең юғалыуын дуҫтарынан белеп ҡалған», — тине Вероника.
Бынан алдараҡ хәбәр ителеүенсә, 22 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-се яртылар тирәһендә ҡатын эштән — Космонавтар, 31 бульварында урынлашҡан салондан сыҡҡан һәм юғалған. Ул фотолағы кеүек кейенгән. Өйҙә уны тормош иптәше һәм ике балаһы — ун йәшлек улы Денис һәм ике йәшлек ҡыҙы Кристина көтә.
Туғандары Ольга Емельянованың ҡайҙа икәнлеген белеүселәрҙең барыһын да 02 йәки 8-987-60-44-842 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика