10:53 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Полиция үҙ белдеге менән дауахананан ҡасҡан кешене эҙләй — Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә полиция үҙ белдеге менән ҡала психиатрия дауаханаһынан ҡасҡан ирҙе эҙләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итте.
«Әлеге ваҡытта дауахананан алынған мәғлүмәт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ белдеге менән дауалау учреждениеһынан ҡасҡан кешене эҙләй», — тине ведомство вәкиле.
Бынан алдараҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 26 сентябрҙә киске сәғәт 6-ға ҡарата министрлыҡҡа медицина учреждениеһында бөтә пациенттарҙың да үҙ урынында булыуҙары һәм стационар дауаланыу үтеүҙәре тураһында әйтәләр.
Мәғлүмәтте асыҡлағандан һуң, төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова пациенттың үҙ белдеге менән 1-се психиатрия дауаханаһынан ҡасыу осрағын раҫланы.
Дауахананан ҡасҡан иргә бәйле хәбәр 26 сентябрҙә социаль селтәрҙәрҙә киң таралыу алды. Билдәһеҙҙәр пациент тураһында мәғлүмәт һәм аудиояҙма тарата башланы, унда бер ҡатын маньяк, педофил хаҡында хәбәр итә. Йәнәһе лә ул клиниканан сыҡҡас, Совет районында йәшәгән әсәһенең өйөнә барған һәм кейем-һалымын алмаштырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика