Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Сентябрь 2017, 07:02
Төбәк биләмәһендә уҡбалыҡты тотоу бөтөнләй тыйылды
Википедия
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда прокуратура уҡбалыҡты тотоуҙы бөтөнләй тыйыуға өлгәште. Ведомство хеҙмәткәрҙәре Волга-Каспий балыҡ хужалығы бассейны өсөн балыҡсылыҡ ҡағиҙәләренең төбәк биләмәһендә уҡбалыҡты тотоуҙы тыймауын асыҡланы. Шул арала был балыҡ республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ошо төрҙөң һаҡланып ҡалыуын тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан прокуратураһы мәсьәләне Рәсәй балыҡсылығының Урта Волга территориаль идаралығында тикшереүгә иреште. Һөҙөмтәлә ағымдағы йылдың июль айында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы уҡбалыҡты Башҡортостан биләмәһендә тотоу өсөн тыйылған һыу биоресурстары исемлегенә индерҙе.
Бынан тыш, республиканың һыу ятҡылыҡтарында рус бикре, бағыр, бәрҙе балыҡтарын тотоу рөхсәт ителмәй. Уларҙы законһыҙ рәүештә тотҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған, тип иҫкәрттеләр республика прокуратураһында.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
уҡбалыҡ
тыйыу
ҡыҙыл китап
прокуратура
Читайте нас: