16:19 (UTC+5), 15 Сентябрь 2017

Башҡортостанда Нефтеюганск тәфтишселәре үҙенең өйҙәш ҡатынын үлтергән енәйәтсене эҙләй

Ханты-Манси автономиялы округының Тәфтиш комитеты
Ханты-Манси автономиялы округының Тәфтиш комитеты
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Нефтеюганск район-ара тәфтиш бүлеге бер ҡатынды үлтереү осрағы буйынса енәйәт эшен тикшерә. Енәйәт ҡылыуҙа Нефтеюганскиҙа йәшәгән Яҡупов Илгиз Фирҙәүес улы ғәйепләнә. Ул 1983 йылда тыуған. Иргә федераль эҙләү иғлан ителгән, уның Башҡортостанда, Туймазы ҡалаһында булыуы ихтимал, тип фаразлана.
Енәйәт ошо йылдың 2 сентябрендә ҡылына. Ғәйепләнеүсе спиртлы эсемлектәр эскән саҡта үҙенең өйҙәш ҡатынын үлемесле йәрәхәтләй.
Ғәйепләнеүсенең билдәләре: 31-35 йәштәр тирәһендә, тәпәш буйлы, 165 сантиметрға тиклем, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, киң маңлайлы, ҡыҫҡа ҡара сәсле, ҡара күҙле, ҡарпыш ҡолаҡлы. Уң яңағында 5-10 миллиметрлыҡ миңе бар. Тура танаулы, ирене уртаса ҡалынлыҡта. Телмәре аңлайышлы, асыҡ. Спиртлы эсемлектәр һәм наркотиктар ҡуллана. Быға тиклем наркотиктар һаҡлаған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған.
Ул ҡара төҫтәге трико, ҡара куртка-ветровка, ҡара кроссовки кейгән. Үҙе менән рюкзагы бар.
Тәфтиш органдары ошо кешенең ҡайҙалығын белеүселәрҙән 8 (3463) 23-06-67, 8-909-041-36-16 телефондары буйынса Нефтеюганск район-ара тәфтиш бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика