02:03 (UTC+5), 30 Июня 2017

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре «Яңылыҡтар»ҙың ижади төркөмөнә һөжүм итеү осрағы буйынса тикшереү уҙғара

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы видеоһы һәм унан скриншот
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының ижади төркөмөнә һөжүм итеү осрағы буйынса тикшереү уҙғара. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тейешле ғаризаны ҡабул иткән. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Максим Родионов хәбәр итте.
Телеканал мәғлүмәттәре буйынса, Черниковка биҫтәһендә 28 июндә көндөҙ «Яңылыҡтар»ҙың ижади төркөмөнә колхоз баҙары хеҙмәткәре һөжүм иткән. Журналистар һыу баҫыу эҙемтәләре буйынса сюжет төшөрөргә теләгән. Уларға баҙарҙың именлек хеҙмәткәре булып таныштырған штат кейемендәге ир-ат ҡамасауларға булған. Уны журналистың күрһәткән танытмаһы ла туҡтатмаған.
Баҙар хеҙмәткәре камераны боҙған һәм ижади төркөмгә физик үс итеү менән янаған. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре саҡыртылған.
«Үҙ ҡарашыбыҙҙы белдерҙек. Беҙҙә камераны боҙоу осрағы түгел, ә журналистың законлы эшмәкәрлегенә ҡаршы тороу асыуҙы ҡабарта, — тип аңлатма бирҙе «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы юрисконсултанты Артур Ҡотлоғужин. — Беҙ үҙ бурысыбыҙҙы башҡарҙыҡ – хәбәрсе киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәрен раҫлаусы редакция танытмаһын күрһәтте. Ижади төркөм йәмәғәт мәнфәғәте менән етәкселек итеп, һыу баҫыу эҙемтәләрен төшөрҙө. Беҙ бит тап ниндәйҙер вайымһыҙ хәрәкәт сәбәпле һыу баҫҡанда баҙарҙы ғәйепләмәнек. Улар ижади бригаданың ғәҙәти эшенә ҡамасауланы ғына».
Хоҡуҡ һаҡлау органдары конфликт шарттарын һәм зыян күләмен асыҡлай.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының «Журналистарҙың законлы профессиональ эшмәкәрлегенә ҡамасаулау» 144-се статьяһының 2-се өлөшө (үҙ хеҙмәт вазифаһы менән файҙаланыу) һәм 3-сө өлөшө (физик рәүештә үс итеү менән янау һәм мөлкәтте боҙоу) буйынса тәртип боҙоусы билдәле вазифаларҙы биләү хоҡуғынан яҙа һәм алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика