06:17 (UTC+5), 06 Июня 2017

Өфөлә законһыҙ парковка өсөн 100 мең һумға тиклем штраф янай

bashkortostan.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә киң таралған административ боҙоуҙарҙың береһе – законһыҙ парковка, тип иҫәпләйҙәр республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында. 2017 йылдың тәүге кварталында 1337 кешегә ҡарата материал төҙөлгән, 2,9 миллион һумдан ашыу суммаға штраф һалынған.
Законһыҙ парковка өсөн Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының «Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса штраф һалына. Штраф юридик берәмектәр өсөн – 50 000-100 000 һум, вазифалы кешеләр өсөн – 10 000-15 000 һум һәм граждандар өсөн 2 000-3 000 һум тәшкил итә.
«Өфө биләмәһендә спорт һәм балалар майҙансыҡтарында, газондарҙа, йәшел үҫенте участкаларында, ҡаты ҡатламы булмаған участкаларҙа транспорт сараларын файҙаланыу һәм йүнәтеү, йыуыу, ошо участкаларҙы тапау, уларҙың өҫтөнә транспорт сараларын ҡуйыу тыйылған. Күп фатирлы йорттар төҙөлгән урында, газ, электр бүлеү станциялары эргәһендә, ихата биләмәләрендәге юлға транспорт сараһын ҡуйыу законһыҙ тип иҫәпләнә», — тип аныҡлыҡ индерҙе юристар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика