Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Май 2017, 16:24
Башҡортостанда һуңғы ҡыңғырау көнөндә спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Һуңғы ҡыңғырау көнөндә Башҡортостан магазиндарында алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡ, тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһында. Бындай ҡарар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында ҡабул ителгән. «Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы республика законына тейешле үҙгәрештәр индерелгән. Законды боҙған осраҡта вазифалы кешеләр өсөн — 10 мең һумға, юридик берәмектәр өсөн 100 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу ихтималлығы ла бар. Быйыл мәктәп менән хушлашыу байрамдары 25 майҙа уҙғарыла.
Теги:
алкголле эсемлектәр һатыу
һуңғы ҡыңғырау
Читайте нас: