16:51 (UTC+5), 04 Апреля 2017

Санкт-Петербург метроһындағы терактта зыян күреүселәр исемлегендә республиканан кешеләр юҡ

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Санкт-Петербург метроһындағы терактта зыян күреүселәр исемлегендә Башҡортостандан кешеләр юҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «ҡыҙыу линия» номеры буйынса хәбәр иттеләр.
Дежур оператор һүҙҙәренсә, зыян күреүселәр исемлегендә Башҡортостандан кешеләр юҡ. Һәләк булыусылар буйынса Рәсәй Тәфтиш комитеты әлегә исемлек бирмәгән.
Санкт-Петербургтың һаулыҡ һаҡлау комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтында метрола ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән һәм ҡала дауаханаларында ятҡан кешеләрҙең исемлеге баҫылған. Исемлектең яңырыуы ла мөмкин. Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 1 тула 10 минутҡа исемлектә 51 кешенең исем-фамилияһы һәм тыуған йылы күрһәтелгән.
Алдан хәбәр ителгәнсә, «Өҙөлгән осош» йәмәғәт ойошмаһы Петербург метроһында теракт һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр файҙаһына иғәнәләр өсөн махсус иҫәп асты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика