02:36 (UTC+5), 28 Марта 2017

Республикала Тикшереү комитеты тимер юл һәләкәтендә дүрт хеҙмәткәр һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше асты

Учалы ҡалаһы хакимиәте сайтынан
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Республика Тикшереү комитеты тимер юл һәләкәте һөҙөмтәһендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дүрт хеҙмәткәре һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше асты.
Тикшереү фараздары буйынса, уҙған көндө Учалы эргәһендә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының бер яҡлы тармағында йөк тейәлгән ике тимер юл составы бәрелеште. Локомотивтар бер-береһенә ҡаршы барған. Бер составы 16 буш вагондан һәм нефть продукттары тейәлгән ике цистернанан торған. Икенсе составтың 16 вагоны ла мәғдән менән тулы булған. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә комбинаттың тимер юл цехынан 21-45 йәштәге дүрт хеҙмәткәр һәләк булған. 49 йәшлек хеҙмәткәр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Локомотив һәм нефть продукттары менән бер вагон ауҙарылған. Фараздар буйынса, хәрәкәт хәүефһеҙлеге һәм тимер юл транспорты менән идара итеү ҡағиҙәләрен үтәргә тейешле кешенең ошо ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан.
Тикшереү идаралығы етәксеһе Григорий Житёнов енәйәт эшен тикшереүҙе айырым контролгә алды. Айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса Беренсе бүлек тикшереүселәре, территориаль тикшереү бүлегенең криминалистика һәм тикшереүселәр бүлеге белгестәре составында тикшереү-оператив төркөм булдырылды.
«Һәләкәт урынын ҡарау тамамланған. Һәләк булғандарҙың үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы ҡушылған. Енәйәттең сәбәбен һәм уны эшләүгә ҡыҫылышы булғандарҙы асыҡлау өсөн техник эксперт тикшереүҙәр уҙғарыу хаҡында мәсьәлә хәл ителә. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә», — тип аңлатма бирҙеләр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Учалы районы хакимиәтенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия мәғлүмәттәренә һылтанып, «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, тимер юл һәләкәтендә 1971 йылғы тепловоз машинисы, 1983 һәм 1983 йылдарҙағы машинист ярҙамсылары, 1996 йылғы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты тимер юл цехының үҙәкләштерелгән файҙаланыу хеҙмәтенең пост операторы һәләк булды. 1967 йылғы тепловоз машинисы әлеге ваҡытта Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының травматология бүлегендә ята. Баш табиптың әйтеүе буйынса, пациенттың һул аяғы һынған, гипертоник криз һәм стресс торошо асыҡланған.
Әлеге ваҡытта тимер юл фажиғәһе урынында поездар хәрәкәте тергеҙелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика