07:09 (UTC+5), 10 Марта 2017

Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса комиссия ултырышын уҙғарҙы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2016 йылда коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналған төбәктә коррупцияға ҡаршы эш итеүҙе көйләү буйынса комиссия ултырышын уҙғарҙы. Унда республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре һәм муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин Коррупцияға ҡаршы эш итеүҙең яңы милли планын раҫланы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Төп бурыстар араһында – мәнфәғәттәр бәхәсен булдырмау һәм уларҙы асыҡлау механизмдарын камиллаштырыу, Федерация төбәктәрендә коррупцияға ҡаршы эште көйләү буйынса комиссиялар эшен әүҙемләштереү, пропагандалау һәм аңғартыу эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн былтыр бер төркөм республика законына үҙгәрештәр индерелде. Республика Башлығының тейешле указдары, Хөкүмәт, министрлыҡ һәм ведомство, муниципалитеттарҙың норматив акттары ҡабул ителде. Республика Башлығы Хакимиәтендә махсус бүлек булдырылды, уға республиканың дәүләт власы органдарында һәм ведомство ҡарамағындағы ойошмаларҙа коррупцияны булдырмау буйынса бурыстар йөкмәтелде.
- Былтыр ноябрь һәм декабрь айҙары республика өсөн коррупцияға ҡаршы федераль тикшереүҙәр йәһәтенән тулы булыуын беләһегеҙ. 21 ноябрҙән 23-нә тиклем бындай эште Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле уҙғарҙы. 14-23 декабрҙә республикала Рәсәй Президенты Хакимиәтенең йыйылма төркөмө эшләне, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Республикала ғәмәлдәге коррупцияға ҡаршы эш итеүҙең норматив-хоҡуҡи нигеҙе тотош федераль ҡануниәткә тап килә тип билдәләнде. Башҡарма власть органдарының граждандар йәмғиәте институттары, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты менән үҙ-ара тығыҙ килешеп эш итеүе булдырылған. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең бүләк алмауын үтәү буйынса саралар ҡабул ителгән. Уҙған тикшереүҙәр бер ниндәй сенсацион йәки ғәҙәттән тыш нәмә асыҡламаны. Был яҡшы. Әммә беҙ бар материалдарҙы ла ентекләп өйрәнергә, ҡытыршылыҡтары булған документтарҙы еренә еткереп эшләп бөтөргә тейеш.
Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, төбәк етәксеһе коррупцияға ҡаршы эштең мотлаҡ бер-бер артлы эшләнеүенә баҫым яһаны.
- Коррупция – бик ҙур яуызлыҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ошо яманлыҡ менән даими көрәшергә һәм таҙартыу буйынса эште муниципаль структураларҙан, эргәләге закон боҙоу сигендә йөрөгән кешеләрҙән башларға кәрәк. Үҙегеҙгә лә ҡарағыҙ. Бәлки, ҡайҙалыр ирекһеҙ, теләр-теләмәҫтән коррупцияға ҡаршы ҡануниәт боҙоуҙар, мәнфәғәттәр бәхәсе барҙыр. Туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы һәм башҡаларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләрендә һеҙ бөтөнләй таҙа булырға тейеш.
Башҡортостан Республикаһы Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Алексей Касьянов 2016 йылда республикала коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу хаҡында доклад менән сығыш яһаны. Мәҫәлән: тикшереүсе органдар коррупция йүнәлешендәге 214 енәйәт эшен судҡа ебәргән, шул иҫәптән республика башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының 17 вазифалы кешеһе 47 коррупция енәйәтендә ғәйепләнгән. Улар иҫәбендә – ер участкаларын бүлеүҙә вәкәләте менән артыҡ файҙаланған Кушнаренко районының элекке башлығы, ришүәт алыуҙа ғәйепләнгән Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығы, ҡул аҫтындағы кешеләрҙән хеҙмәт буйынса дөйөм ҡурсалау өсөн бер нисә тапҡыр ришүәт алыуҙа фаш ителгән Өфө ҡала ветеринария станцияһы етәксеһе.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының эше һөҙөмтәһендә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының вазифалы кешеләре тарафынан башҡарылған 112 коррупция енәйәте асыҡланған. Үткәргән анализдар күбеһенсә ер участкалары менән килешеүҙәр төҙөү өлкәһендә коррупция сағылышын күрһәткән. Ерҙәрҙе тартып алыу менән бәйле коррупцияларҙа урындағы үҙидара органдарының 37 вазифалы кешеһенең ғәйебе асып һалынған. Республиканың 17 районында енәйәт эштәре асылған.
Коррупция йүнәлешендә хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн республиканың дәүләт органдарында – 33, урындағы үҙидара органдарында 108 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ышанысты юғалтыу менән бәйле бер Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәре һәм биш муниципаль хеҙмәткәр эшенән бушатылған.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика