05:14 (UTC+5), 03 Марта 2017

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы йыл йомғаҡтары буйынса отчет бирҙе

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Контроль-иҫәп палатаһы 2016 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет бирҙе. Ведомство башлығы Рәмил Исҡужин хәбәр итеүенсә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, агросәнәғәт комплексы, транспорт, муниципаль берәмек өлкәһендә 134 контроль тикшереү һәм эксперт-аналитика сараһы уҙғарылды. Уларҙан 50 тикшереү бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыуға ҡағылды.
«Һәр тикшереү һөҙөмтәләре нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы милек мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса ҡанун тарафынан ҡаралған саралар ҡабул ителде. Контроль-иҫәп палатаһы биргән күрһәтмәләрҙе тейешенсә үтәү мәсьәләһен, кәрәкле саралар күреү тулылығын даими контролдә тотабыҙ. Шуның менән бер рәттән ҡайһы бер боҙоуҙар һәм уларҙың эҙемтәләре, мәҫәлән: арттырылған хаҡтар буйынса һатып алыуҙар, милекте баҙар хаҡынан түбәнерәккә һатыу, аҡсаны һөҙөмтәһеҙ ҡулланыу – төҙәтеп булмаҫлыҡ тиерлек эштәр. Бындай осраҡтарҙа административ һәм дисциплинар яуаплылыҡ әмәлен күреү мөһим сараға әйләнә», — тип билдәләне Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бер йылда административ яуаплылыҡҡа 69 вазифалы кеше тарттырылды, 105-е дисциплинар яуаплылыҡ кеүек яза алды, етәүһе эшенән бушатылды. Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы материалдары буйынса прокуратура органдары ҡануниәтте боҙоуҙы бөтөрөү тураһында 16 күрһәтмә индерҙе, административ хоҡуҡ боҙоу хаҡында 11 эш асты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика