03:19 (UTC+5), 08 Февраль 2017

Төбәктә яҙғы ташҡынға ҙур иғтибар бүленәсәк

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яҙғы ташҡынға әҙерләнә башлаған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Көрсөк хәленә идара итеү милли үҙәгендә селектор кәңәшмә уҙҙы. Унда ярҙарынан сыҡҡан йылғалар менән көрәшеүсе ҡотҡарыусылар төркөмдәрен булдырыу мәсьәләһе тикшерелде, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Антистихия» үҙәгендә 2017 йылда яҙғы ташҡын барышының яҡынса фаразы әҙерләнгән. Федерацияның 20 биләмәһендә хәлдең насар үҫеше күҙаллана. Себер федераль округында ҡотҡарыусылар алты төбәктә – Кемеров, Новосибирск, Томск, Омск өлкәләрендә, Алтай крайында һәм Алтай Республикаһында көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға тейеш. Волга буйы федераль округында 11 төбәктә – Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Мордовия, Удмуртия һәм Сыуаш республикаларында, шулай уҡ Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә ташҡынға айырым иғтибар бүленәсәк. Уралда тышҡы һыуҙарҙан көтөлмәгән хәлде Ҡурған, Свердловск һәм Төмән өлкәләрендә көтәләр.
Әлеге мәлдә яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса эштәр тулы көсөндә бара. Ҡотҡарыусылар 200 тоннанан ашыу шартлатҡыс әҙерләгән. Ташҡын барышында йылғаларҙа 232 боҙ тығыны урынында шартлатыу эштәрен уҙғарыу күҙаллана. Ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәр йыһандан күҙәтеләсәк. Алты меңдән ашыу хәүефле район контроль үҙәгендә буласаҡ, йыһандан алты меңдән ашыу фотоһүрәт төшөрөү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика