Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.05
+0.83
92.66
+0.67
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Ғинуар 2017, 11:12
Республикала мәктәп һәм балалар баҡсаһы биләмәләренә видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 18 мәктәп һәм балалар баҡсаһы биләмәһенә видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Миәкә районы прокурорының ғаризаһы буйынса суд урындағы хакимиәткә белем биреү учреждениеларын видеокамералар һәм хәүефле хәбәр тапшырыу каналдары менән тәьмин итергә йөкләмә бирҙе.
Закон буйынса был хәүефһеҙлек сараларын комплекслы үтәү һәм террорҙан һаҡлау өсөн кәрәк, тип хәбәр итә БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Былтыр мәктәп һәм балалар баҡсаһы етәкселәре мәғариф бүлегенән уҡытыу биналарын ошондай ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙарын һорай. Түрәләр, аҡса булмауға һылтанып, кире яуап ҡайтара.
Район прокуроры, муниципалитеттан кәрәкле техника ҡуйыу өсөн аҡса табыуҙарын талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә.
Видеокүҙәтеү системаһы 12 мәктәпкә ҡуйылған да инде. Ҡалған белем биреү ойошмаларын йыһазландырыу мәсьәләһе күҙәтеү ведомствоһының контроленә алынған.
Автор:
Ксения Калинина
Теги:
видеокүҙәтеү
мәғариф
прокуратура
Читайте нас