06:06 (UTC+5), 20 Января 2017

Республиканың баш ҡалаһында халыҡ дружинасылары ун тапҡырға артҡан

Сергей Захаров
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 2016 йылда Өфөлә «Хоҡуҡ тәртибе» халыҡ дружинаһының ағзалары ун тапҡырға артҡан, әлеге ваҡытта ойошмала өс мең кеше тора.
Уларҙың ҡатнашлығында полиция хеҙмәткәрҙәре 5,9 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙы, шул иҫәптән 1200 бәләкәй хулиганлыҡ осрағын кисектергән, йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгәне өсөн ике меңгә яҡын кеше тотолған. Өфөнөң Йәмәғәт именлеге үҙәге, уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, шундай мәғлүмәттәр килтерә.
Муниципаль учреждение мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы өс йылда иҫкәртеү эштәре барышында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың ғаризалары, мөрәжәғәттәре өс тапҡырға артҡан. Былтыр ул туғыҙ меңгә яҡын тәшкил иткән.
Полиция менән берлектә уҙғарылған рейдтар ваҡытында бәлиғ булмағандарға 108 алкоголле эсемлек һатыу осрағы асыҡланған. Ата-әсә бурысын тейешле үтәмәгәне өсөн 2058 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 25900-ҙән ашыу протокол төҙөлгән. Улар нигеҙендә 28 миллион 75 мең һумлыҡ штраф яҙылған, унан 20 миллион 746 мең һумы бюджетҡа ҡайтарылған.
Дөйөм алғанда, 2016 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы биләмәһендә теркәлгән енәйәттәр һаны 0,9 процентҡа кәмегән.
Тулыраҡ – Өфөнөң Йәмәғәт именлеге үҙәгенең рәсми сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика