02:01 (UTC+5), 20 Января 2017

Башҡортостандың баш суд приставы итеп Илнур Мәхмүтов тәғәйенләнде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй юстиция министрының бойороғо буйынса, Башҡортостандың баш суд приставы итеп Илнур Мәхмүтов тәғәйенләнде. Был вазифала ул Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланған яҡташы Зариф Байғусҡаровты алмаштырҙы, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
Илнур Мәхмүтов 1980 йылдың 5 октябрендә Күгәрсен районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Федераль суд приставтары хеҙмәтендә Башҡортостандың Күгәрсен районы буйынса бүлегендә суд приставы-башҡарыусыһы вазифаһында башлай. Өфөнөң Калинин районы суд приставтары бүлегендә эшләй, Башҡортостандың баш суд приставы урынбаҫары була, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Мари Иле Республикаһы буйынса идаралыҡты етәкләй. 2013 йылдың октябренән алып – Удмурт Республикаһының баш суд приставы.
«Ҡаҙаныштары өсөн», III дәрәжә «Хеҙмәт өсөн» миҙалдары, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика