07:21 (UTC+5), 19 Ғинуар 2017

Өфөлә наркотик етештереүселәрҙе тотҡандар

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә ике наркотик етештереүсене тотҡан. Енәйәтселәрҙән ҙур синтетик наркотиктар партияһы тартып алынған. Дилерҙарҙың өйҙәрендә тыйылған матдәләр етештереү менән шөғөлләнеүе асыҡлана.
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүҙәренсә, 29 йәшлек Өфө егете ҡуртымға ике фатир алған. Тәүгеһендә ул ғаиләһе менән йәшәгән, шунда уҡ аш-һыу бүлмәһендә махсус йыһазландырылған йәшерен урында наркотик матдәләр һаҡлаған. Икенсе фатир уға мини-лаборатория булып хеҙмәт иткән, унда ул үҙенең 38 йәшлек танышы менән синтетик наркотик матдәләр етештергән. Шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре ҙур «тауар» партияһын тартып ала. Күмәртә партиялары Өфө һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә «йәшерен урындар» ярҙамында таратылған.
Тартып алынғандың дөйөм ауырлығы өс килограмм – ул бер тапҡыр файҙалана торған 30 мең самаһы доза тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта енәйәтле бизнес эшмәкәрҙәре ҡулға алынған. Уларға ҡарата «Айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә етештереү, һатыу йәки һалып ебәреү» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика