12:27 (UTC+5), 18 Января 2017

Башҡортостанда колонияларҙан 2,5 мең кеше ваҡытынан алда иреккә сыҡҡан

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Уҙған йылда Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы учреждениеларынан 2481 кеше ваҡытынан алда иреккә сыҡҡан. Уларҙың 1614-е — шартлы рәүештә. Тағы ла 867 енәйәтсенең язаһы холоҡ төҙәтеү эштәре йәки иректән сикләү менән алмаштырылған. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ваҡытынан алда иреккә сығыу тураһында мәсьәләне хәл итеү ваҡыты еткән хөкөм ителеүселәрҙең 53 проценты судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғы менән файҙаланған. Зыян күргән кеше менән килешмәйенсә һәм килтерелгән барлыҡ зыянды ҡапламайынса, ваҡытынан алда иреккә сығыу мөмкин түгел.
Былтыр медицина күрһәткестәре буйынса 23, хөкөм ҡарарының үҙгәреүенә бәйле дүрт кеше иреккә сыҡҡан. 58 кеше Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан иғлан ителгән амнистияға эләккән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика