13:05 (UTC+5), 17 Января 2017

Рөстәм Хәмитов прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй прокуратураһының 295 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостан прокуратураһы коллективын һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм бөтә кимәлдәге власть органдарының тырышлығын талап иткән эштең төп йүнәлештәрен билдәләне.
– Башҡортостан халҡы исеменән һеҙгә намыҫлы хеҙмәт, принципиаллек һәм бурысҡа тоғролоҡ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Рөстәм Хәмитов. – Яуаплы эшегеҙ һәм профессионаллек йәмғиәттә закондың көсөнә ышанысты нығытыуға, власҡа ышанысты арттырыуға, дәүләттең мөһим бурыстарын хәл итеү өсөн шарттар булдырыуға булышлыҡ итә.
Республика прокуратураһы алдында торған бурыстар иҫәбендә Башҡортостан Башлығы енәйәтселеккә һәм коррупцияға ҡаршы көрәште, халыҡтың хеҙмәт, социаль, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау кеүек өлкәләрҙә закондың үтәлешен күҙәтеүҙе, хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреүҙе, граждандарҙан кредиттар буйынса бурысты түләтеү буйынса законһыҙ эш итеүҙәрҙе, эш хаҡын һәм пенсия иҫәпләгәндә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы атаны. Уның әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымды кәметеү буйынса эште дауам итеү, закон сығарыу эшмәкәрлегендә ҡатнашыу, мәғлүмәт технологияларын үҫтереүгә бәйле яңы өлкәләрҙә граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мөһим.
– Халыҡтың хоҡуҡ һаҡлау органдары, атап әйткәндә, прокуратура хеҙмәткәрҙәренең эшенә ҡарата ялыуҙары йылдан-йыл кәмей. Был – бик тә ҡыуаныслы күренеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең хеҙмәттә квалификациялы кадрҙар тупланған, ул үҙенең эшмәкәрлеген әүҙем камиллаштыра, бүлектәрҙең функцияларын һәм вәкәләттәрен киңәйтә. Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең оҫталығы һәм яуаплылығы, ҡатмарлы шарттарҙа тиҙ эш итә белеүе юғары баһаға лайыҡ. Дөйөм алғанда, йәмғиәттәге әхлаҡи мөхит күп осраҡта һеҙҙең эшкә бәйле. Закон һағында профессионалдар торғанда, халыҡ дәүләткә нығыраҡ ышана.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика