06:48 (UTC+5), 26 Декабря 2016

Владимир Путин Сочиҙа самолет ҡолауын тикшереү өсөн комиссия ойошторорға ҡушҡан

ТАСС архивы
Арина Рәхимҡолова
Өфө, 2016 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведевҡа Сочиҙа ТУ-154-тең ҡолауы буйынса дәүләт комиссияһы ойошторорға ҡушты, тип хәбәр ителә kremlin.ru сайтында.
ТАСС хәбәр итеүенсә, һауа судноһы бортында 93 кеше – хәрби хеҙмәткәрҙәр, Александров исемендәге ансамбль музыканттары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре була. РФ Оборона министрлығының Ту-154 самолеты Сочиҙан күтәрелгәндән һуң радарҙарҙан юғала. Һауа судноһы Сүриәгә Хмеймим авиация базаһына осҡан була.
Ҡара диңгеҙгә ҡолаған самолет ҡалдыҡтарын һауа шарттары уңайлы булған осраҡта бер аҙнала күтәреп бөтөрөргә мөмкин. Был фекерҙе ТАСС хәбәрсеһенә Бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәтенең дөйөм үҙәк мониторинг хеҙмәте етәксеһе Владимир Грицихин әйтә. Тәрәнлекте иҫәпкә алғанда кешеләрҙең иҫән ҡалыуына ышаныс юҡ тиерлек, тип билдәләй белгес.
РФ Оборона министрлығының самолеты һәләкәткә осрау сәбәпле ҡыҙыу линия ойошторолған, телефоны: 8-800-100-1886.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика