12:45 (UTC+5), 02 Декабря 2016

Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте илдең финанс системаһын ҡаҡшатыу буйынса сит ил кибер-һөжүмен кире ҡағырға әҙерләнә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте 2016 йылдың 5 декабренән алып сит ил махсус хеҙмәттәренең Рәсәйҙең финанс системаһын, шул иҫәптән бер нисә ҙур банктың эшмәкәрлеген ҡаҡшатыу маҡсатында күләмле кибер-һөжүм әҙерләүе хаҡында мәғлүмәт алды.
Оператив-эҙләү саралары һөҙөмтәһендә кибер-һөжүм итеү өсөн сервер ҡеүәттәре һәм команда үҙәктәренең Нидерландтарҙа урынлашыуы һәм Украинаның BlazingFast хостинг компанияһына ҡарауы асыҡланған.
Кибер-һөжүм ваҡытында социаль селтәрҙәрҙә (блогтарҙа) Рәсәйҙәге кредит-финанс системаһының көрсөгө, федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ҡайһы бер банктарҙың банкротлығы, лицензияларын тартып алыу тураһында мәҡәләләр, SMS-хәбәрҙәр ебәреү күҙаллана. Акция Рәсәйҙең бер нисә тиҫтә ҡалаһына йүнәлтелгән.
Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте сайтында хәбәр итеүҙәренсә, ведомство «Рәсәйҙең иҡтисади һәм мәғлүмәти хәүефһеҙлегенә янауҙарҙы бөтөрөү һәм әлеге акцияны документтар менән нигеҙләү буйынса тейешле сараларҙы тормошҡа ашыра».
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика