08:03 (UTC+5), 30 Сентября 2016

Өфөләге Зорге урамында сыҡҡан янғында бер кеше һәләк булды

шәхси сығанаҡтар
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Зорге урамында сыҡҡан янғында бер кеше һәләк булды. «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, бер кеше, уттан ҡасып, бинанан һикерә һәм һәләк була. Тағы ла ике кеше зыян күрә. Шаһиттар әйтеүенсә, янғынға күрше ресторанда сыҡҡан ут сәбәпсе булыуы ихтимал. Зорге урамы ябылған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә ваҡиға тураһында ентекле мәғлүмәттәр бар.
«Иртәнге сәғәт 11-се 20 минутта янғын һүндереү хеҙмәтенә Зорге урамында төҙөлөүсе бинаның яныуы тураһында хәбәр килә. Янғын һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ундан ашыу кеше эвакуацияланған», — тип һөйләнеләр ведомствола.
Янғын иртәнге сәғәт 11-ҙә һүндерелгән. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм 17 берәмек техника йәлеп ителгән.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика