07:21 (UTC+5), 07 Июня 2016

Төбәктә көслө ел йорттарҙың, мәктәптең һәм клубтың ҡыйыҡтарын емергән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Борай районы Шабай ауылында көслө дауыл йорттарҙың, мәктәптең һәм клубтың ҡыйыҡтарын алып осорған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында аңлатыуҙарынса, 6 июндә киске сәғәт етеләр тирәһендә Борай районында дауыл ҡупҡан, уның тиҙлеге секундына 23 метрға еткән. Шабай ауылы ғәрәсәт уртаһында тороп ҡалған. Һөҙөмтәлә шәхси йорттарҙың, мәктәптең һәм клубтың ҡыйыҡтары емерелгән. Бынан тыш, электр тапшырыу линиялары өҙөлгән һәм электр энергияһын биреү туҡтатылған. Был ауылда 160 кеше йәшәй.
Зыян күргән йорт хужалары ниндәй күләмдә компенсация аласағы әле асыҡлана. Борис Нурисламов әйтеүенсә, страховкаланған йорттар тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика