11:32 (UTC+5), 19 Мая 2016

Башҡортостандың Конституция суды төбәктең төп юридик юғары уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөнө

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың Конституция суды республиканың төп юридик юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бөгөн, 19 майҙа, ошо органдың барлыҡҡа килеүенә 20 йыл тулыуға арналған тантаналы ултырыш уҙҙы.
«Конституция юстицияһы юриспруденция өлкәһендәге ғилми эшмәкәрлек менән айырылғыһыҙ бәйле. Бының бер нисә сәбәбе бар. Беренсенән, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡарала. Икенсенән, юридик фән өлкәһендәге һуңғы асыштар менән бәйләнеш булырға тейеш. Өсөнсөнән, Конституция суды әҙерләгән бөтә хоҡуҡи позицияларҙы дөрөҫ аңлатыу мөһим. Бынан тыш, беҙ студенттарҙы, аспиранттарҙы, магистранттарҙы йәлеп итәбеҙ һәм артабан улар республиканың дәүләт власы, суд органдарында эшләй алһын өсөн иң яҡшыларҙы асыҡлайбыҙ», — тине Башҡортостандың Конституция суды рәйесе Зөфәр Еникеев.
Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юридик институты, Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡи гуманитар академияһы, республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән килешеүҙәр төҙөлдө.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика